Кем булһа ла ҡарлы ҡыш етеү менән аяҡ кейеме һайлау тураһында уйлана башлай. Беҙгә, ҡышын сатлама һыуыҡтар булған төбәк халҡына, аяҡтарыбыҙға йылы һәм уңайлы булыуы мөһим. Ә быймалар шундай характеристикаға эйә лә инде. Эйе, һуңғы йылдарҙа затлы итектәр беҙҙең элек-электән, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған традицион аяҡ кейемебеҙҙе ситкә этәрә башланы. Әммә йылы быймаларҙы әллә ниндәй ҙә затлы аяҡ кейеме лә алмаштыра алмайҙыр ул. Сөнки быйма - ул үҙе уңайлы, йылы, ышаныслы.
Бөгөнгө көн күптәрҙә яҙ хисен уятҡандыр. Тамсылар тама, етмәһә епшек ҡары ла яуғылай. Шулайҙа был көнкүреш Ҡашҡарҙарҙы туҡтатып ҡалманы. Ауыл халҡы матур быймаларын кейеп “Быйма” байрамына сыҡты.
Ауыл урамдары халыҡтың сыр-сыу килгән тауышынан яңғырап торҙо. Улар быймаға бәйле күп ярыш-бәйгелә үҙҙәрен һынап та ҡараны. Билдәле булыуынса быйылғы йыл республикабыҙҙа "Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер" йылы тип иғлан ителде. Сәләмәт тормош алып барған ауыл халҡы араһынан 16 кеше быймалар менән “Сәләмәтлекте - яңы үргә" акцияһында ҡатнашырға булды һәм һәр береһе 500 метр үтеп Марсҡа яҡынлауға үҙ өлөшөн индерҙе.
Ниндәй ярыш еңеүсеһеҙ? Конкурста 30 биҙәлгән быйма ҡатнашты һәм улар араһынан иң матур быйма, боронғо йола буйынса иң оҫта быйма табанлаусы, быйма эшләү оҫтаһы ла билдәләнде. Быларҙың барыһы ла конкурсҡа йомғаҡ яһау булды.
Фото: https://vk.com/zilairskij?w=wall-107243764_4189%2Fall