Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2021, 07:30

Янғын тиҙ һүндерелгән

Кисә төнөн Ульяновтар урамындағы Өфө нефть эшкәртеү заводында янғын сыҡҡан.

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер торба үткәргестең яйланмаһында факел яныуы күҙәтелгән. Утты һүндереүҙә ете берәмек техника , 24 кеше ҡатнашҡан. Зыян күреүселәр булмаған. Янғын сәғәт ярымда һүндерелгән. Ғәҙәттән тыш хәл урынында экологик мониторинг алып барыла.
Фото: Башинформ.
Читайте нас