Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2021, 06:50

Спорт йыһаздары яңыртыласаҡ

Баймак менән Сибай спортсыларына спорт йыһаздары тапшырҙылар. Тиҙҙән Урал аръяғында яңы ринг барлыҡҡа киләсәк.

Алексей Евстигнеевтың ғорурлығы – күп тапҡыр Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе Регина Нурмөхәмәтова һәм самбо буйынса донъя чемпионатының икенсе призеры Марсель Юлдашев. Уның өсөн барлыҡ тәрбиәләнеүселәре лә – еңеүселәр. Спортсының билдәләүенсә,барлыҡ балалар ҙа һәләтле, тик улар менән эшләргә генә кәрәк. Иң мөһиме – теләк кенә булһын.
Баймаҡ районына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов менән БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов килде. Улар Иҫке Сибай, Әхмәр ауылы мәктәптәренә,Урғаҙа физкультура – һауыҡтырыу комплексына, Сибай ҡалаһының Балалар – үҫмерҙәр спорт мәктәбенә спорт инвентарҙәре тапшырҙы. Спорт йыһаздары менән тәьмин итеү БР Хөкүмәтенең һәм Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстарының уртаҡ проекты сиктәрендә башҡарыла.Баймаҡ спортсылары һынатмай: ҡаҙаныштары күп – былтыр улар Рәсә Федерацияһы спорт мастерлығына биш кандидат әҙерләгән, бер спортсы Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
Тиҙҙән Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла, Учалы райондары мәктәптәре, спорт комплекстары яңы йыһаздар менән тәьмин ителәсәк.
Фото: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас