Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2021, 11:32

«Ғәрип сабыйым менән яңғыҙ тороп ҡалдым»

Стәрлетамаҡта 35 йәшлек өс бала әсәһе ауыр хәлдә ҡалған.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 35 йәшлек Елена – өс бала әсәһе, сабыйҙарының береһе ғәрип. Ире тыуыр балаһы сирле булырын белгәс, ғаиләһен ҡалдырып киткән.
Бәләкәс Богдан микроцефалиянан яфалана. Табиптар тәүҙә малайға яңылыш диагноз ҡуйып дауалаған. Бынан һуң уның һаулығы тағы ла нығыраҡ ҡаҡшаған. Бөгөн әсәһе сабыйын үҙе менән эшкә алып йөрөргә мәжбүр. Стәрлетамаҡта ғаиләнең ярҙам ҡулы һуҙғандай яҡындары ла юҡ. 35 йәшлек ҡатындың ауыр тормош хәлендә ҡалыуы тураһында ирекмәндәр хәбәр итә. «Елена ғаиләһен ҡарар өсөн көндәр буйына эшләй, ә кескәй сабыйы һәр ваҡыт үҙе менән йөрөй. Уны тиҙерәк дауаларға кәрәк. Әле беҙ клиника таптыҡ, анализдар алып, МРТ үткәрәсәктәр. Әммә бының өсөн аҡса кәрәк», – ти ирекмән Регина Берғулиева.
Был хәлгә битараф ҡалмаусылар булһа, ошо картаға аҡса күсерергә мөмкин: 4817760120619568 (Регина Берғулиева).
Читайте нас