Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2021, 11:15

Милли проект: йыл бурыстары үтәлгән, маҡсатҡа ирешелгән

Кисә БР Урман министрлығында үткән Йәмәғәт советы ултырышында “Урмандарҙы һаҡлау” проекты үтәлеше һөҙөмтәләре тикшерелде һәм быйылға пландар ҡаралды.

Унда билдәләнеүенсә, “Экология” милли проектының ”Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса республиканың урман хужалыҡтары заманса техника менән йыһазландырылыуын дауам итә.

Башлыса был – янғын һүндереү, ағас ултыртыуҙа йәлеп ителә торған машиналар.

Бигерәк тә урманды ут сығыуҙан һаҡларға кәрәк. Былтыр беҙҙә 165 янғын сыҡҡан. 3726 гектар урман зыянланған. Шуның 136 гектарында ут тәүге тәүлектә үк һүндерелгән.

2021 йылда “Урмандарҙы һаҡлау” проектына 162,3 миллион һум аҡса бүленә. Махсуслаштырылған техника алыуға 36,9 миллион һумын тотоноу күҙаллана.

Фото: Автор фотоһы.

Читайте нас