Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2021, 19:04

Үлтереп кәүҙәһен ҡоҙоҡҡа ташлаған

Йәйҙән бирле юғалғандар исемлегендә иҫәпләнгән ҡатындың кәүҙәһен таптылар.

Былтырғы йылдың йәйенән бирле эҙһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән 52 йәшлек ҡатындың мәйете табылды. Стәрлетамаҡта йәшәүсе был ҡатын әхирәтенә ялға китеүе тураһынла хәбәр ебәргәндән һуң юғалған.
Республиканың Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү барышында эшҡыуар ҡатынды 39 йәшлек бизнес-партнеры үлтереүе асыҡланған. Ир үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт ҡылынған көндө улар машинала ыҙғышып киткән һәм ир ҡыҙған килеш ҡатынды муйынын һығып үлтергән. Бынан һуң уның кәүҙәһен ҡоҙоҡҡа ташлаған. Енәйәтенең осон йәшерер өсөн ҡатындың әхирәтенә смс ебәргән.
Фото: БР-ның Тәфтиш комитеты
Читайте нас