Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2021, 19:30

Көнсығыштан барыһы ла билдәле булды

Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең даими чемпионаты тамамланыуға алты тур алдынан плей-оффҡа сыҡҡан Көнсығыш конференцияһының бар командалары ла билдәле булды.

Шулай итеп. Гагарин кубогы өсөн «Аҡ барс», «Авангард», «Металлург», «Салауат Юлаев», «Трактор», «Автомобилист», «Барыҫ» һәм «Торпедо» клубтары көрәшәсәк. «Себер», «Нефтехимик». «Амур» менән «Куньлунь» командалары быйылға төп бәйгегә сыға алманы.
Фото: ТАСС.
Читайте нас