Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраля 2021, 19:25

Фәзит Ҡәйеровты табырға ярҙам итегеҙ

53 йәшлек ир былтырғы йылдың яҙынан бирле юғалғандар иҫәбендә.

Республиканың Эске эштәр министрлығы 53 йәшлек Фәзит Фарат улы Ҡәйеровты табырға ярҙам итеүҙе үтенә. Ир яҙҙан бирле юғалғандар иҫәбендә, әммә бынан һуң уны бер нисә тапҡыр Кушнарен районында күргәндәр.
- Туғандары уны тәүҙә үҙаллы эҙләгәндәр. Уңышҡа ирешә алмағас, былтырғы йылдың май айында полициянан ярҙам һоранылар, - тип хәбәр итәләр министрлыҡта.
Фәзит Ҡәйеровтың ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 8-980-544-47-81, 8-919-156-76-39 һандарын йыйып хәбәр итеүҙе үтенәләр.
Фото: БР-ның Эске эштәр министрлығы
Читайте нас