Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2021, 09:30

"Өфө" аэропортында терминал ҙурайтыла

Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” аэропортында эске һауа линиялары терминалы төҙөлөп бөттө. Уны асыу яҙғылыҡҡа планлаштырылған.

Яңы корпусты ҡарарға Федераль һауа транспорты агентлығы (“Росавиация”) етәксеһе Александр Нерадько , Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде һәм Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан авиация ташыуҙары күләмен арттырыу һәм маршрут селтәрен үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Терминалдың дөйөм майҙаны 29 мең квадрат метрға тиклем артҡан. Пассажирҙарҙы үткәреү мөмкинлеге – 600-ҙән 1200 кешегә тиклем. Яңы бина телетрап , багаждарҙы комплекслы эшкәртеү, мәғлүмәт стендтары менән йыһазландырылған. Производство- диспетчер хеҙмәте өсөн 19 метрлы вышка ла ҡуйылған. Ул осоу майҙанында һауа судноларының, ярҙам итеү техникаһының күсеп йөрөүен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Инженер һәм транспорт техникаһы ла модернизацияланып, пассажирҙарға ла, хеҙмәткәрҙәргә лә эш шарттары өсөн уңайлы мөмкинлектәр тыуҙырылған. Проекттың дөйөм суммаһы – 3 млрд һум.
“Өфө” аэропортының генераль директоры Александр Андреевтың әйтеүенсә, яңы терминал файҙаланыуға тапшырылыу менән Өфөнән Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға халыҡ-ара осоштарҙы ойоштороу планлаштырыла.
Халыҡ-ара юғары стандарттар буйынса йыһазландырылған терминал апрелдән тулыһынса эшләй башлай.
Фото:glavarb.ru
Читайте нас