Төмән прокуратураһы өлкәнең производстство фирмаһында эшәп, ваҡытында эш хаҡы алмаған эшселәрҙе уларға тейешле бурыстарын ҡайтарыу өсөн эҙләй.
2016 йылдың майында “Барс” производство фирмаһы банкрот тип иғлан ителә. Ойошманың 200 эшсеһе алдында эш хаҡы өсөн бурысы 3 млн тәшкил итә. Бында төрлө өлкәләрҙән эшләйҙәр, беҙҙең республиканан да вахтасылар була. Былтыр 97 эшсене табып, бурыс ҡайтарылған. Тағы ла 130 хеҙмәткәргә 1,7 млн түләйһе бар.
Әгәр ҙә һеҙ 2016 йылға тиклем Төмәндәге “ Барс” производство фирмаһында эшләһәгеҙ, түләнмәгән эш хаҡығыҙҙы барып алығыҙ. Бының өсөн түбәндәге телефондарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. 8-912-925-70-35, 8-904-494-61-56 йәки Төмән өлкәһенең Үҙәк прокуратураһы : 8 (3452) 58-21-98.