Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2021, 18:02

Һарымһаҡты күп ашаһаң...

Һарымһаҡты саманан тыш артыҡ ҡулланыу ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерергә мөмкин.

Был йәшелсә күҙ ауырыуҙары менән яфаланғандарға үтә хәүефле. Һарымһаҡты күп ашау күҙҙең лайлалы тиресенең елһенеүенә килтерә. Эҙемтәләре — баш ауыртыу, ауыҙ кибеү, ҡолаҡ шаулау. Гипотония менән йонсоғандарға ла һарымһаҡтан тыйылырға кәңәш ителә, ул ҡан баҫымын төшөрә. Бауыр йәки бөйөрҙәрегеҙ насар эшләй, диарея менән яфаланаһығыҙ икән, ундағы зарарлы матдәләрҙең күп булыуы был ағзаларҙың елһенеүенә килтереүе ихтимал.
Белгестәр фекеренсә, саманы белеп ҡулланһаң, һарымһаҡ бик файҙалы. Ул ҡандағы шәкәр кимәлен яҡшыртырға ярҙам итә, дезинфекция, елһенеүгә ҡаршы сара булып тора.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас