Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2021, 18:26

«Яҙ, яҙ, яҙ, килә»: Быйыл яҙ иртәләргә уйлай

#Йәшлек

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Идаралыҡ смс-хәбәрҙәр ебәрә башланы.
Иртәгә, 6 февралдә, республикала ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа үтә ныҡ көслө яуым-төшөм көтөлә. Шулай уҡ синоптиктар буран вәғәҙәләй, ел – секундына 15-20 метр, юлдарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыясаҡ. 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Алдағы төндә һәм көндөҙ 0... – 5 градус буласаҡ. Кискә һыуыта – -7, -12.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас