Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2021, 18:52

Сибайҙа 58 йәшлек Әлмирә Хамматованы эҙләйҙәр

Ҡатын 27 ғинуарҙа йортонан сыҡҡан һәм шунан бирле уның тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.

Башҡортостанда 58 йәшлек Әлмирә Хамматованы эҙләү башланды, тип хәбәр итә “Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отрядының ирекмәндәре.
Билдәле булыуынса, ул 27 ғинуарҙа йортонан сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмаған. Шунан бирле туғандары уның ҡайҙалығы тураһында бер нәмә лә белмәй.
Тышҡы билдәләре: буйы 155 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, һоро сәсле, һоро күҙле.
Юғалған көндө тубыҡтан өҫтәрәк оҙонлоҡтағы ҡара куртка, ҡара лосин салбарҙар, ҡара ботинкалар һәм аҡ-ҡара яулыҡ кейгән.
Әлмирәнең ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 112 йәки 8-800-700-54-52 һандарын йыйып хәбәр итеүегеҙҙе үтенәләр.
Фото: "Лиза Алерт Башҡортостан"
Читайте нас