Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2021, 09:08

«Сабыйҙарын яңғыҙы үҫтерә ине...»

Баҡалы районында ҡот осҡос аварияла 25 йәшлек өс сабый әсәһе һәләк булған.


Кисә иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Бәләбәй-Баҡалы автоюлының 131-се саҡрымында «Хендай Солярис» водителе, дистанцияны боҙоп, юл ыңғай осраған «Лада Гранта»ға бәрелгән. Шунан һуң автомобиль ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Дэу Матиз»ға төкөлгән. Һуңғыһының водителе – 25 йәшлек өс бала әсәһе урында һәләк булған. Алты һәм өс йәшлек ике бала яҡындағы дауаханаға оҙатылған. Daewoo Matiz машинаһында Иҫке Балыҡлы ауылынан 25 йәшлек Гүзәл З. ике сабыйы менән балалар баҡсаһына юлланған булған. Был ваҡытта ҡатындың ете йәшлек ҡыҙы ҡайҙа булғандыр – әлегә билдәһеҙ.

Гүзәлдең таныштары һөйләүенсә, ул ҡыҙҙарын яңғыҙы үҫтергән, тол ҡатынға әсәһе ярҙам иткән. Сабыйҙарҙы өләсәләре тәрбиәгә аласаҡ та инде. Мәрхүм булған йәш әсәйҙе яҡындары һәм таныштары тик яҡшы яҡтан иҫкә ала. «Тормош аяуһыҙ. Бигерәк йәшләй китте... Йәшәргә лә, йәшәргә ине бит. Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам», – ти әхирәте Виктория М.

Ауылдаштары Гүзәлдең ғаиләһенә ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу иғлан иткән. Етем ҡалған ҡыҙҙарҙың яҙмышына битараф булмаһағыҙ, 8(987)-495-58-96 телефон номеры буйынса аҡса күсерә алаһығыҙ (Асия Дәүис ҡыҙы).

Фото: Уфа1.
Читайте нас