Юлға сыҡҡан ат-һыйырҙарҙың хужалары асыҡланған. Малдары көтөүҙә йөрөмәгән кешеләргә 1– 3 мең, яуаплы вазифа биләүселәргә – 5–8 мең, юридик шәхестәргә – 15 –20 мең штраф ҡаралған. Юл һәләкәте эҙемтәләре өсөн малдарҙың эйәләре түләргә тейеш. Зыян күреүселәр булғанда, уларға енәйәт эше лә асыла.