Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2021, 11:50

Халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева вафат булған

"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева ҡапыл ғына вафат булған.

Ул Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй ине.
72 йәше тулғайны.
Вәкилә Ҡалмантаева үҙенең бик матур ролдәре менән халыҡ һөйөүен яуланы. Оҙаҡ йылдар Салауат, Сибай театрҙарында эшләне, "Нур" татар театрында ла уйнаны.
2002 йылдан - Милли йәштәр театрында ине.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас