Республиканың туризмды үҫтереү үҙәгенең “Ҡырағай балға һунар” маршруты ”Иң яҡшы мауыҡтырғыс маршрут” номинацияһында гран-при яуланы.
”Турист маршрутының иң яҡшы идеяһы” номинацияһында гран-при Антон Сазоновтың ”VeloRussia бренды менән Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал буйлап веломаршруттар селтәре” проектында.
”Өлкәндәр өсөн иң яҡшы маршрут” номинацияһында беренсе урында – ”Башҡорт оҙон ғүмерлегеге” проекты.
”Иң яҡшы музей сәйәхәте” номинацияһында беренсе урын – ”Ҡурсаулыҡ ере” Шүлгәнташ ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре проектында.
Тимур Лоҡмановтың “Идеальный отец. Оперение 2020. Туристическая, образовательная, воспитательная программа” проекты “Иң мауыҡтырғыс маршрут” тип табылды.
Икенсе урынға лайыҡ булыусы проекттар: ”Монастырь Святые Кустики и парк Красный Ключ”, ”Ҡыш бабайҙы эҙләү. Квест-экскурсия”, ”Бишитәк тауына джип-тур”, “Оло Ирәмәлгә сәйәхәт”.
”Бөрө – Бахтыбай. Сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр” проекты ”Иң яҡшы этнографик маршрут” номинацияһында өсөнсө урын алды.
Конкурсҡа бөтәһе 450 проект ебәрелгән, финалға 202-һе үткән. Башҡортостандан 19 проект финалда һынау тотто. Финалсы проекттар һаны буйынса Мәскәү һәм Удмуртиянан ҡала беҙҙеке – өсөнсө урында ине.