Был датаны 2010 йылдан алып билдәләйҙәр икән. Ул Нью-Йорктағы коммерцияға ҡарамаған бер ойошма башланғысы менән булдырылған.
Ул яҡтарҙа урыны менән шуны күҙәтергә мөмкин: кешеләр бергә йыйылыша ла, бер-береһенә ҡысҡырып китап уҡый, ти.
Хәйер, донъяның күп илендә ошо датаны шулай билдәләйҙәр. Һис юғында, балалар ҡысҡырып уҡырға яраталыр ул.
Иҫтәлекле көндөң маҡсаты – грамоталылыҡты таратыу. Уҡығыҙ, йәмәғәт, уҡығыҙ.
Фото: vk.com.