Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраля 2021, 12:40

Уңышлы булыуҙың бер нисә сере

Бөгөн уңышлы булырға өйрәтеүселәр ҙә, тәжрибәләре менән уртаҡлашыусылар ҙа күп. Түбәндә шундайҙарҙан йыйылған кәңәштәр.

Баҡһаң, уңышлы кешеләрҙең барыһы ла “таң ҡошо” икән. Йәғни, иртә торорға яраталар. Мәҫәлән, Apple компанияһының генераль директоры Тим Кук 4:30-ҙа тора, ти. Twitter хужаһы Джек Дорси — в 5:30-ҙа. Әлбиттә, һин эшҡыуар булып, үҙеңә эшләйһең икән, төшкә тиклем йоҡлап ятмайһың бит инде.
Иртә уяныу организмға яҡшы тәьҫир итә. Билдәле инде, артыҡ һуң ятырға ла ярамай. Иң уңайлыһы 22:00-23:00 сәғәт арауығында ятыу.
Иртәгәлеккә һәр ваҡыт планығыҙ булһын. Был да – уңышҡа бер файҙа.
Хәҙерге замандың аҡыллы кешеләре медитацияны бик маҡтай. Иртән тәҙрәгә ҡарап, биш минут тын ғына тороу ҙа үтә мөһим икән.
Йога йәки спорт та көн оҙоно дәртле һәм шат йөрөргә булышлыҡ итәсәк.
Һәм, әлбиттә, яҡшы иртәнге аш кәрәк. Файҙалы, туҡлыҡлы һәм тәмле. Тәмле тигәс тә, татлы менән бутай күрмәгеҙ.
Көр күңел менән тороп, өйҙән шулай уҡ торошта сығып китһәгеҙ, һеҙҙең уңышҡа берәү ҙә ҡамасауламаҫ.
Һәр хәлдә, үҙегеҙ тап шулай тип уйларға тейешһегеҙ!
Фото: vk.com.
Читайте нас