Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2021, 19:57

Тажзәхмәт тағы өс кешене ер ҡуйынына һалды

Бер тәүлек эсендәге үҙгәрештәр тураһында тулыраҡ:

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 167 кешегә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 24744 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Министрлыҡтың мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта республикала барлығы 5791 кеше коронавирус менән сирләй.
Һуңғы тәүлектә тажзәхмәттән тағы 3 кешенең һәләк булыуы билдәле булды. Коронавирустың республикалағы ҡорбандары һаны 193 -кә етте.
Сир тарала башлағандан алып 18 760 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 157 кеше – һуңғы тәүлектә.
Фото: pixabay.com
Читайте нас