Үәт, исмаһам, әүҙем, сәмле таштимерҙәр. Яңыраҡ ҡына хоккей майҙансығы төҙөп ултыртып, хоккей ярыштары ойошторғайнылар, әле тағы бер бәйге уйлап тапҡандар. Был хаҡта БСТ каналы хәбәр итә.
«ДОСААФ» кубогына ойошторолған ярыш «Айыҡ ауыл» республика конкурсына һәм Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналған.
Спорт сараһы бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Ауыл халҡы юл техникаларын йәлеп итеп, алдан трасса эшләгән, медицина һәм юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарын саҡырған. Ҡатнашыусылар ҙа ярышҡа бик етди әҙерләнгән, хатта тәгәрмәстәргә саморездар беркетеп сыҡҡан. Бәхеткә күрә, хәүефле ярышта аварияға юл ҡуйылмаған.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса шәхси беренселектә Эльдар Нурисламов еңеүсе булған. Таштимерҙәр был уҙыштарҙы ауыл спартакиадаһы исемлегенә индереп, киләһе йылдарҙа ла мотлаҡ ойоштороп торорға ниәт итә.
Фото: Таштимер ауылы хәбәрҙәре.