Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2021, 12:05

Смартфон —бактерия ояһы!

Белгестәр белдереүенсә мобиль телефонда бактериялар бик күп. Гаджеттарҙа йәшәгән бөтә микроб та беҙҙең һаулығыбыҙға зыян килтерә алмай, шулай ҙа улар араһында зарарлылары ла табыла: стрептокок, стафилокок, сальмонелла.

Смартфон микробтар үрсеүенә уңайлы. Ғәҙәттә, телефонды ҡулдан төшөрмәйҙәр, биткә яҡын килтерәләр, сумка, кеҫәләрҙә йөрөтәләр. Гаджеттың тирләп, йылыныуы ла зарарлы микроорганизмдар үрсеүенә уңайлы мөхит булдыра. Бигерәк тә “бысраҡ” смартфондарҙың ағыуланыу осраҡтарына, эйәһенең битенә, ҡулдарына теләһе нимәләр сығыуына, ҡурҡыныс эсәк инфекцияларына килтереүе ихтимал.

Шуға ла телефонды һәр ваҡыт таҙартып торорға кәрәк. Бының өсөн этил йәки изопропил спирты, водород перекисе йәки натрий гипохлориды яҡшы. Өйгә ҡайтҡас, ҡулдарығыҙҙы йыуырға һәм телефонығыҙҙы таҙартып алырға онотмағыҙ.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас