Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2021, 09:20

Сибайҙар - "Поле чудес"та!

Сибайҙың «Мироколица» рус йыры ансамбле Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуында ҡатнашты тип ҡала мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

Ансамблдең «Мөғжизәләр яланы»на саҡырылыуын артистар программаны төшөрөүгә бер аҙна ҡалғас ҡына билдәле булған. Етәкселек Мәскәүгә саҡырыуҙы ҡабул итеү ҡарарын хуплағас, ансамблгә бүләктәр йыйырға ярҙам иттеләр һәм сығыш яһау өсөн йыр һайланылар. Уйын төшөрөүҙә коллектив исеменән Александра Алыева ҡатнашты.
Тапшырыуҙы иртәгә, 5 февралдә, Беренсе каналда киске сәғәт 8 тула 15 минутта тигәндә ҡарарға мөмкин.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас