"ЧП" урынына Рәсәй МЧС-ының 28-се ПСО хеҙмәткәрҙәре һәм республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары килеп еткән. Улар юғарыла эленеп ҡалыусыларҙы түбәнгә төшөргән. Ярай бер кем дә ҡазаланмаған - барыһын да үҙәктең ҡунаҡханаһына урынлаштырғандар.