Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2021, 11:18

Медицина фәндәре докторы, профессор Ринат Богданов:"Һис һүҙһеҙ, вакцина эшләтергә кәрәк".

Юғары категориялы табип-анестезиолог-реаниматолог, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, медицина фәндәре докторы Ринат Радик улы Богданов коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡан.

«Эшләтергә кәрәкме, юҡмы – бындай һорау булырға тейеш түгел, һис һүҙһеҙ эшләтергә кәрәк. Рәсәйҙә етештерелгән вакцинаның хәүефһеҙлеге һәм һөҙөмтәлелеге күптән иҫбатланған. Был хаҡта «Lancet» халыҡ-ара медицина журналында ла яҙылды. Шунлыҡтан бер ниндәй икеләнеү булыуы мөмкин түгел. Вакцина – ауырыуға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ.
Беҙгә, дауаханала пациенттар менән эшләгән табиптарға, зарарланыу хәүефе көслө. Өҫтәүенә, студенттарға лекция уҡығанда ике яҡлы хәүеф бар – йә мин уларҙан зарарланам, йә улар – минән. Шуға күрә һаҡланыу сараһын күреү мөһим», – ти Ринат Радик улы үҙенең ни өсөн вакцина яһатырға ҡарар итеүе хаҡында.
Профессор прививкаға тиклем дә гел генә тикшерелеп торған, бер нисә тапҡыр антиесемгә тест биргән, хатта компьютер томографияһы ла үткән. Ә вакцинаны үҙе йәшәгән урыны буйынса, 38-се поликлиникала эшләткән. «Бер ниндәй ҡаршылыҡ булманы, шылтыраттым, килдем, тәүҙә терапевт ҡараны. Прививка яһатҡандан һуң ярты сәғәт булдым да ҡайттым. Әйткәндәй, рәсми инструкцияла күрһәтелгән бер ниндәй реакция ла күҙәтелмәне: температура күтәрелмәне, ҡалтыратманы ла, хәлһеҙлек тә һиҙелмәне», – ти ул тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Тәжрибәле табип башҡаларға ла прививка эшләтергә тәҡдим итә. «Билдәле булыуынса, ковидты кемдер еңелсә үткәрә, ә кемдер бик ҡаты ауырый. Айырыуса яңы коронавирус инфекцияһының икенсе тулҡынында ныҡ ауырынылар. Күптәр быны күрҙе, сирҙең ни тиклем ҡурҡыныс икәнен аңлағандарҙыр, тип уйлайым. Дауалау курсы барышында бик күп препарат ҡулланыла, организмға ҙур көс төшә. Икенсенән, ковид менән сирләү эҙһеҙ үтмәй, тәжрибә күрһәтеүенсә, йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу системаһына кире йоғонтоһо күп. Шунлыҡтан мөмкин тиклем барыһына ла вакцина эшләтергә тәҡдим итәм. Хатта хроник сирҙәре булғандар ҙа баш тартырға тейеш түгел. Ғөмүмән, вакцина — ул яҡындарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың ғүмерен, сәләмәтлеген һаҡлауҙың берҙән-бер иң дөрөҫ ысулы», – ти ул.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас