Уҙған йылдың 14 июлендә ҡаланың Чапаев урамындағы ҡоҙоҡто йүнәткән мәлдә иретеп йәбештереүсенең хәүефһеҙлек костюмына ут тоҡана. Һөҙөмтәлә эшсе йәрәхәт алып, 1-се ҡала дауаханаһына оҙатыла. Уның бите, муйыны, күкрәктәре һәм ҡулдары бешә.
Билдәле булыуынса, эшсе барлыҡ хәүефһеҙлек әйберҙәре менән дә тәьмин ителәгән була. Тик бына хәүефһеҙлек костюмының тәғәйенләнгән стандарттарға тап килмәүе асыҡлана.
Эш биреүсе хеҙмәткәрҙе, дәүләт стандарттарына ярашлы, сертификатланған һәм декларацияланған хәүефһеҙлек әйберҙәре менән тәьмин итергә тейеш булған. Ғәйеплеләргә ҡарата административ эш асылған.