Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2021, 06:20

Башҡортостан “Стимул” федераль программаһы буйынса аҡса аласаҡ

Рәсәй Хөкүмәте иң ҙур социаль объекттар төҙөлөшө исемлеген раҫланы. Унда беҙҙең республика ла бар.

Башҡортостандан тыш, аҡсаны Пермь һәм Краснодар крайҙарына, Воронеж өлкәһенә ебәрәсәктәр. Үҙәк ҡаҙна ярҙамы социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыуға йүнәлтеләсәк.
Алдағы өс йылда ошо дүрт төбәккә барлығы 8,1 миллиард һум бүленәсәк. Был аҡса “Стимул” федераль программаһын ғәмәлгә ашырыуға тотонолорға тейеш.
Әйткәндәй, әлеге программаға бюджетта бөтәһе 27,3 миллиард һум һалынған. Ул сумма мәктәп, балалар баҡсалары, поликлиникалар, яңы торлаҡ комплекстарында инженер инфраструктураһы төҙөүгә тәғәйенләнә.
“Стимул” программаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының ”Торлаҡ” йүнәлешенә инә.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтынан.
Читайте нас