1 февралдә Өфөнән бер ир Ҡазанға юлға сыҡҡан. Киске сәғәт алтылар тирәһендә Яр Саллыға барып етеп, ял итергә туҡтай һәм секс-хеҙмәттәргә заявка бирә. Интернетта Катя исемле ҡыҙ уның күңеленә хуш килә. Ир шылтыратып осрашыу урынын билдәләй һәм кисектермәҫтән фәхишәнең янына юллана.
Күрһәтелгән адрес буйынса килгәс, йәнә ҡыҙға шылтырата. Уныһы алдан ике мең һум аҡса түләүен һорай. Ир шикләнә, әммә үҙенең уйынан кире ҡайта алмай, аҡсаны күсерә. Шунан һуң ҡыҙҙың менеджеры шылтырата. Кирилл исемле егет зыян күреүсене бөтә сумманы түләргә күндерә. Һөҙөмтәлә ир тағы ун мең һум тирәһе аҡса күсерә.
Нәфсеңде тыймаһаң, нәфсең туймаҫ, тигәндәй, мутлашыусылар ирҙән тағы ла ҙурыраҡ суммала аҡса талап итә. Ә бер ҡатлы ир баш ҡалаға барып етеп, кредитҡа аҡса ала һәм таныш булмаған кешегә һораған суммаһын күсереп тә ҡуя. Ҡыҫҡаһы, зыян күреүсе 143 мең һум тирәһе аҡсаһын елгә осорған... Ул хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән, осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.