Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2021, 13:33

«Шүлгәнташ быуаттарҙан килгән исем»

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөгөн Өфөлә Шүлгәнташ мәмерйәһенә ғалим Александр Рюмин исемен биреүгә бәйле кәңәшмә үткәрҙе.

Һөйләшеү онлайн ойошторолдо. Уның эшендә мәмерйәгә Александр Рюмин исемен биреү башланғысы менән сыҡҡан ҡурсаулыҡ директоры Николай Косарев, билдәле ғалимдар, эксперттар ҡатнашты. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры Айбулат Псәнчин әйтеүенсә, әлеге осраҡта халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт барып етмәгән. «Уның исемен мәмерйәгә биреү хаҡында һүҙ бармай, ә ҡурсаулыҡҡа», – тине Айбулат Вәли улы. Рюмин Шүлгәнташты донъяға танытыу, уны тикшереү буйынса күп көс һалған, ғалимдың исеме мотлаҡ мәңгеләштереләргә тейеш, әммә йәмәғәтселектең фекерен дә белеү мөһим, тип белдерҙе Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Күсемһеҙ милек ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин төплө фекерен еткерҙе: «Беренсенән, Шүлгәнташҡа был исем башҡорт халҡы тарафынан меңәр йыл элек бирелгән. «Урал батыр» эпосы ла ошо хаҡта һөйләй. Мәмерйә ошо исем аҫтында ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә тәҡдим ителде һәм донъя кимәлендә танылыу яуланы. Күренекле ғалимдар мәмерйәләге барлыҡ һүрәттәрҙе ошо исем аша белә. Икенсенән, ЮНЕСКО ҡағиҙәһенә ярашлы, урындағы халыҡ биргән тарихи исем һаҡланырға тейеш. Шуға күрә уны бер кем дә үҙгәртә алмай. Ә ҡурсаулыҡҡа исем биреүгә килгәндә, улар халыҡтың фекерен күҙ уңында тоторға тейеш тип уйлайым».
Шундай уҡ фекерҙе режиссер Булат Йосопов еткерҙе: «Кеше ҡулы менән яһалған берәй нимәгә исем бирергә мөмкиндер, мәҫәлән, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы. Ә Шүлгәнташ быуаттарҙан килгән исем бит. Мин быға ҡаршымын».
Яҡын көндәрҙә интернет селтәрҙәрендә киләһе һылтанма буйынса - https://vk.com/public140304465 - тауыш биреү старт ала һәм был мәсьәләне 22 февралгә тиклем хәл итеү планлаштырыла.
Читайте нас