Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2021, 07:42

Күрше төбәктәрҙә Африка тағуны тарала

Ырымбур өлкәһендә ҡырағай ҡабандар күпләп һәләк булған.

Африка сусҡа тағуны кеше өсөн хәүефле түгел, әммә йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ҡырағай һәм йорт сусҡаларын ҡырырға, шул рәүешле иҡтисадҡа һәм ауыл хужалығына ҙур зыян килтерергә мөмкин. Ҡырағай ҡабан – күсеп йөрөүсе хайуан, шуға вирустың таралыу-таралмауын контролдә тотоуы ла еңелдән түгел. Әгәр йорт хайуандарында вирус билдәләре беленә башланаһа, улар тиҙ арала юҡҡа сығарыла, яндырыла.
Әле вирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһенең сигенә ветеринар-патруль һаҡ ҡуйылған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡырағай ҡабандарҙы атыуға тағы ла 50 өҫтәмә лицензия бирәсәк.
Ошоға бәйле белгестәр шуны иҫтә тоторға кәңәш итә: хайуандарҙы тик бикле урындарҙа аҫрарға, ветеринария хеҙмәттәрендә вакцина яһатырға, малсылыҡ ҡалдыҡтары менән тирә-яҡты бысратмаҫҡа, мал торған урынды таҙа тоторға һәм дезинфекция үткәрергә. Шулай уҡ Дәүләт ветеринария хеҙмәтенән рөхсәт ҡағыҙы алмайынса хайуандарҙы ҡайҙа булһа ла күсереү тыйыла.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас