Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраля 2021, 11:48

Байғужалар "пункыт"лы булды!

Бынан ары Йылайыр районының Байғужа һәм Бикйән ауылдары халыҡ беренсел медицина ярҙамын, планлы тикшеренеүҙәрҙе район үҙәгенә йәки Матрай амбулаторияһына бармайынса ғына үҙҙәрендәге ФАП-та аласаҡ.

Модулле фельдшер-акушер пукнты заманса бар талаптарға һәм санитар нормаларға яуап бирә. Бында паценттарҙы фельдшерҙан тыш, ситтән килгән мобиль табип бригадалары ла ҡабул итә аласаҡ. Бинала фельдшер кабинеты, ҡарау, поцедуралар бүлмәләре, ауырыуҙарҙың көтөү урыны бар. ФАП-та пациенттарҙы ҙур эш стажы булған фельдшер Римма Байғужина эшләйәсәк.

ФАП-ты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов менән Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов ҡатнашты.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас