Цензураһыҙ һүҙҙәр һәм әйтемдәр буйынса инглиз теле донъяла иң алда тора, имеш. Икенсе урында – голланд теле. Күптәр, “был – беҙҙең фольклор” тип, һүгенеп һөйләшергә яратҡан рус теле – өсөнсө.
Рус теленең норматив булмаған лексика һүҙлегендә – 16 мең һүҙ.
Иң тәүҙә русса һүгенеү XII быуаттағы туҙ грамотаһында осраған.
Баҡһаң, кеше ғүмер буйына, уртаса алғанда, 230 мең тапҡыр әр, һүгенеү, әхлаҡһыҙ һүҙҙәр ҡуллана икән.
Әйткәндәй, нормативҡа һыймаған лексикаға әрләшеү, жаргон, сит ил, паразит, вульгар һүҙҙәр инә.
Тәртипле кеше һүгенмәҫкә тырыша. Электән килгән: һүгенәһең икән, тимәк, һин – түбәнге ҡатлам кешеһе.
Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен белешеүсе үҙәк (ВЦИОМ) белгестәре үткәргән һорашыуҙар һөҙөмтәләренсә, беҙҙә халыҡтың 29 проценты һөйләшендә теләһә ниндәй һүҙ ҡулланмай, 70 проценты самаһы иһә – һүгенә.
Рәсәйҙә йәмәғәт урынында әхлаҡһыҙ һөйләшеүселәр, тәртип боҙоусы булараҡ, яуаплылыҡҡа тарттырылыуы мөмкин. Штраф бар, хатта 15 тәүлеккә арест та ҡаралған.
Матур итеп һөйләшәйек, телебеҙ күркәм булһын!