Бының өсөн аҙбарҙан иң тәүҙә тиреҫте һәм иҙәндәге япма ҡатламды сығаралар, стенаһы менән түшәмен таҙарталар. Шунан һуң ғына дезинфекциялау иретмәһен һиптерәләр. Уны баҡса һиптергесе менән эшләйҙәр, бумала йәки бәләкәй һепертке менән дә һөртөргә була. Ә иретмә әҙерләүҙең бер нисә ысулы бар.
Шәхси хужалыҡтар өсөн иң арзаны – көл һелтеһе һәм яңы ғына һүндерелгән эзбиз. Көл һелтеһен имән, ҡайын, ҡарағай йәки уҫаҡ ағасын яндырып әҙерләйҙәр. Иретмә өсөн 10 литр ҡайнаған һыуға 3 кг ағас көлө һалалар ҙа, болғата-болғата, тағы бер сәғәт ҡайнаталар. Ағас көлө урынына 4 кг арыш һаламыныҡын алырға ла була. Аҙбарҙы 60 – 72 градус эҫелектәге иретмә менән эшкәртәләр.
Яңы һүндерелгән эзбизды 10 процентлы иретмә рәүешендә ҡулланалар. Һүндереү өсөн 1 кг эзбизға бүлмә йылылығындағы 1 литр һыу кәрәк. Ә иретмә яһау өсөн уға тағы ла 4 л һыу өҫтәйҙәр. Уны тик бер тапҡыр ҡулланыуға етерлек итеп әҙерләргә кәрәк, юғиһә оҙаҡ һаҡлағанда аҡбурға әйләнеп, дезинфекция үҙенсәлеген юғалта.
1 квадрат метр майҙанды 1 литр иретмә менән эшкәртәләр. Шуға күрә, дезинфекция эшен башлар алдынан аҙбарҙың иҙән, түшәм һәм стена майҙанын иҫәпләп сығыу зарур. Иретмә әҙерләгәндә һәм йоғошһоҙландырғанда махсус күҙлек, битлек һәм резина бирсәткә кейергә онотмағыҙ. Уны һиптереп сыҡҡас, аҙбарҙы бер-нисә сәғәткә ябып торорға кәрәк. Мал бикләр алдынан елләтеп алырға онотмағыҙ.