Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2021, 06:55

Ҡағыҙ йыябыҙ

Башҡорт дәүләт аграр университетында макулатура йыйыу буйынса экологик акция башланды.

«Бумажная перезагрузка» тип аталған акция “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһы” йүнәлешенә ярашлы ойошторолдо.
Макулатура йыйыу – сүп-сар менән аҡыллы мөнәсәбәттең бер ысулы. Иҫке, тотонолған ҡағыҙҙы эшкәртеү экологияға ыңғай йоғонто яһай.
Әлеге акцияны ойоштороусылар – университеттың тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетында эшләп килеүсе “Йәшел ҡалҡан” клубы, ”Рәсәйҙең йәшел вуздары” ассоциацияһы, ”Йәшел Башҡортостан” экопроекты, “Рәсәй – минең тарихым” комплексы. Һәм БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Макулатура йыйыу 28 февралгә тиклем дауам итәсәк. Теләүселәр юғары уҡыу йортоноң икенсе корпусына – 8 Март урамы, 17-се йортҡа килтерә ала.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Читайте нас