- Мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе.
Эйе, ошондай вазифа барлыҡҡа киләсәк. Был турала 27 ғинуарҙа РФ Федерация Советында сығыш яһағанда илдең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.
Быйыл уҡ советниктар бер нисә төбәктә эшләй башлаған. Пилот режимында. Йәғни, тәжрибә өсөн. Әгәр ҙә уңышлы булһа, тиҙ арала бөтә мәктәпкә лә шундай белгестәрҙе аласаҡтар. Белгес тип, конкурста педагогтар ғына түгел, студенттар ҙа ҡатнаша ала.
Әйткәндәй, кәңәшселәр директор менән генә эшләмәй, ә балаларға ла ярҙамсы була. Тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсе иң тәү сиратта йәш быуын менән аралашырға тейеш.