Сәбәбе: насар һауа шарттары (һепертмә буран, көслө ҡар, күреү мөмкинлеге сикле).
Юл хеҙмәттәре федераль әһәмиәттәге автомобиль юлында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләй. Әлеге ваҡытта 35 берәмек юл техникаһы йәлеп ителгән.
Юлда берәй хәл килеп тыуһа, +7(347) 286-07-18, +7917-046-79-53 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн: +7 927 308-33-38.
Шулай уҡ ҡала хакимиәте иртәнге ундан киске сәғәт унға тиклем ҙур йөк машиналарына Өфө-Шаҡша-КПМ, Өфө-Жилин, Бөрө тракты һәм Өфө-Затон-КПМ маршруттары буйынса йөрөүҙө тыйҙы.