Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2021, 06:40

Әлшәйҙә Яңы ФАП-тар асылды

Заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пунктары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлә.

Райондың Таштүбә һәм Казанка ауылдарында медицина учреждениелары быға тиклем дә эшләй, әммә биналары ныҡ иҫкергән һәм уңайһыҙ була.
Хәҙер бер нисә ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы барлыҡ мөмкинлеге булған яҡты, иркен биналарҙа күрһәтеләсәк. Казанка һәм Фән ауылында 400 кеше йәшәй, уларҙың 104-е 18 йәшкә тиклемге балалар. Ә Таштүбәләге ФАП 200 кешене ҡабул итәсәк, унда Баязит ауылы халҡы ла йөрөйәсәк.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас