Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2021, 14:47

Илүзәгә бергәләп ярҙам итәйек!

Өфөнән 8-се класс уҡыусыһы Илүзә Ғәҙелбаева һирәк осрай торған бер ауыр сиргә юлыҡҡан.

Өфөлә йәшәүсе Илүзәгә ни бары 14 йәш, шулай ғына булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙ спортта ҙур уңыштарға өлгәшкән. Ул тхэквондо буйынса ҡала һәм республика ярыштары һәм турнирҙары еңеүсеһе.
Тренерҙары Илүзәгә өмөт бағлап, тағы ла ҙурыраҡ ярыштарға әҙерләгән, әммә уҙған йылдың авгусында ҡыҙ һирәк осрай торған бер ауыр сиргә юлыҡҡан. Уҡыусыла остеосаркома тапҡандар. «Былтыр май айында уҡ сирҙең тәүге билдәләре беленә башланы. Ҡыҙыбыҙ аяғы һыҙлауына зарланып, бер аҙ аҡһап йөрөп башланы. Башта беҙ иғтибар итмәнек, үтер тип уйланыҡ. Ауыртыу көсәйгәс, дауаханаға барҙыҡ. Унда рентген, КТ, МРТ яһанылар. Табиптар һөйәктә ниндәйҙер үҙгәреш барлығын әйтте, әммә диагнозды ҡуя алманылар. Августа ҡыҙыбыҙҙан биопсия алдылар. Мәскәүҙән яуап килде – уң яҡ аяғында конвенциональ остеосаркоманың икенсе стадияһы, йәғни яман шеш. Был сир ҡайҙан килеп сыҡҡан? Генетикамы, әллә спорт менән шөғөлләнгәндә аяғына көс төшөп шулай иткәнме? Улыбыҙ ҙа тхэквондо секцияһына йөрөй ине, хәҙер уны ла алдыҡ», – ти Илүзәнең атаһы Рим Ғәҙелбаев.
«Коронавирус арҡаһында Мәскәүгә декабрь уртаһында ғына барҙыҡ. 22-һендә әмәлиәт яһанылар, шеште алдылар. Табиптар һаман да беҙҙең һуң мөрәжәғәт итеүебеҙгә ғәжәпләнә. Ауырыуҙың метастазалары таралып өлгөргән. Үпкәһендә 43 төйөр бар ине, барыһын да алдылар. Унан һуң «химия» үтте...»
Ҡыҙға һауығыр өсөн бик күп аҡса талап ителә. Хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам күрһәтәйек, дуҫтар. Карта номеры: 2202 2011 1348 3644 (Рим Сәғитйән улы Ғәҙелбаев). Телефон номеры: 8(937)36-40-777 .

Фото: Вк .
Читайте нас