Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2021, 15:45

Иң көслө теннисылар йыйылды

Австралияла теннис буйынса командалар араһында АТР-ҙың беренселеге башланды.

Донъяның 12 көслө командаһы дүрт төркөмгә бүленеп, биш көндә «иң-иң»ен билдәләйәсәк. Рәсәй командаһы үҙ төркөмөндә Аргентина һәм Япония тенниссылары менән көс һынашасаҡ. Тәүгеһен улар отто ла инде. Башта Рублев үҙ дәғүәсеһен алдырһа, һуңынан Медведев да еңеү яуланы. Иртәгә беҙҙекеләр япондар менән уйнаясаҡ.
Фото: ТАСС.
Читайте нас