Үҙәкте ойоштороусы Татьяна Овсяникованың һүҙҙәренсә, был Рәсәйҙә тәүге социаль парикмахер хеҙмәте. Уның проекты Өфө хакимиәте башлығы грантын отҡан. Үҙәк уны тормошҡа ашырып бөткәндән һуң да үҙ эшен дауам итәсәк. Быйылғы йылдың октябрь айына тиклем 20 ирекмән-парикмахер әҙерләү планлаштырыла.