Автоһәләкәткә тарыған машинала яңы ғына өйләнешкән йәш ғаилә була. 23 йәшлек кенә ғаилә башлығы Азат Зиннәтов һәм тағы бер пассажир фажиғә урынында йән бирә, Азаттың кәләшен Жанна Чикишеваны һәм водителде дауаханаға оҙаталар. Әле тағы бер күңелһеҙ яңылыҡ асыҡланды. Бөгөн Жанна өс аҙна комала ятҡандан һуң һәләк булған.
Яҡындары ҡыҙҙың терелеренә өмөтөн өҙмәй, аҙаҡҡаса ҡан тапшырыуға донорҙар эҙләне, төрлө яҡтан ярҙам һораны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә булманы шул... Жанна Азатты әрменән көтөп алған. Егет 1 декабрҙә хәрби хеҙмәттән ҡайтыу менән никах уҡыталар. Мәскәүгә барып бер аҙ эшләп ҡайтырға һәм йәйгеһен туй үткәрергә планлаштыра улар. Матур маҡсаттар менән янған йәштәрҙең бәхете кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһында селпәрәмә килде.
Билдәле булыуынса, 31 йәшлек Мишкә районы кешеһе, аҡса эшләү ниәте менән «Блаблакар» селтәренә Өфөгә тиклем пассажирҙар алыуы тураһында иғлан яҙа. Ул буранлы юлға машинаһының артҡы тәгәрмәстәрен алмаштырмай, йәйгеһе менән юллана. Машинаға идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға һәм «Лада Гранта» автомобиле менән бәрелешә.
Ҡыҙҙы тыуған яғында, Балаҡатай районының Урғалы ауылында ерләйәсәктәр. Уның яҡындары был ҡурҡыныс хәлгә ышанмай. «Күҙ алдына килтереүе ауыр, һин юҡһың... Бәхил бул, туғаным, беҙ һине бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ», – тип яҙа улар социаль селтәрҙәрҙә.
Мәрхүмдәрҙең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...