Боронғо Римға барып тоташа ул Терпе көнө. Барыһы ла бик ябай булған: был көндө ҡала халҡы терпене уятҡан да, уның үҙ-үҙен тотошонан алдағы көндәргә һауа торошон фаразлаған.
Бахы-ыыр, терпенең ҡото алынғандыр инде.
Рим империяһы тарҡалғас та, был ғәҙәт оҙаҡ дауам иткән. Хәҙергә тиклем хатта. Бөгөн дә күп Европа дәүләтендә терпене йоҡоһонан уяталар ҙа яҙ һәм йәйгә көндө фаразлайҙар.
Әйткәндәй, Америкала ла шундайыраҡ көн бар. Уларҙа – Байбаҡ көнө (День сурка). Эйе, эйе, тап шул йәнлекте уятып, көн торошон фаразлап маташалар. Ул көн дә бөгөн билдәләнә.
Ниңә йонсоторғалыр хайуанҡайҙарҙы... Көн ни ул, яҡшы ла, насар ҙа була ала. Тәбиғәттә беҙ – көсһөҙ.