Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2021, 11:35

Дүрт көнлөк эш аҙнаһы... Нисек, шәпме?

Беҙгә ваҡыты-ваҡыты менән эш аҙнаһын ҡыҫҡартыу тураһында һөйләп торалар. Атап әйткәндә, Дмитрий Медведев ошо темаға һүҙ ҡуйыртырға ярата. Ахырыһы, хыялы тормошҡа ашыр...

Дмитрий Медведев РФ Хөкүмәте Премьер-министры булып эшләгән саҡта ла бер нисә тапҡыр дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү тураһында әйтә биреп ҡуйғайны. Бөгөн инде, Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары булараҡ, тағы ла ошо турала һөйләй.

Уның фекеренсә, аҙнаһына дүрт көн эшләү кешегә ваҡытын һөҙөмтәле бүлергә ярҙам итәсәк. Дүрт көн эшләүгә күсһәк тә иҡтисадҡа зыян булмаясаҡ. Ә кеше барыбер үҙ эшен эшләйәсәк. Әле пандемия осоронда өйҙән тороп та эшләнеләр бит. Һәр нәмәгә өйрәнергә мөмкин.

“Эш көнө һәм урынына ҡарата яңы алымдар кәрәк”, – тигән бөгөн журналистарға интервью биргәндә Дмитрий Медведев.
Фото: ТАСС.
Читайте нас