Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2021, 13:53

Һарттарға һоҡланмаған кеше юҡ!

Учалы районының Ҡәйепҡол (Һарт) ауылында бик дәртле, әүҙем халыҡ йәшәй. Клуб мөдире Гөлнур Вәлиуллина төрлө саралар үткәреп, ауылдаштарын һөйөндөрөп, барыһына ла яҡшы өлгө күрһәтә. Сираттағы сара хаҡында - Гөлнурҙың яҙмаһы.

Бөгөн ауылыбыҙҙа матур сара: "Халыҡ-ара интернеттан арыныу көнө"нә арнап, быйылғы йылда "Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы" иғлан ителгәнен иҫебеҙҙә тотоп, "Хәрәкәттә - бәрәкәт" исемле байрам уҙҙы. Ысынлап та, ауылдаштар өсөн ҙур байрам булды - өйҙә бикләнеп ултырыуҙан ныҡ арыттырҙы бит!

Сарала ололар ҙа, балалар ҙа әүҙем ҡатнашты.
Ололарҙан да, балаларҙан да икешәр команда, йәғни, барыһы дүрт команда ҡатнашты.

Исем, девиз, командалар менән танышып, уйын башланып китте. Бик көсөргәнешле һәм күңелле барҙы был байрам. "Бөркөттәр" ололар командаһы, "Адреналин" балалар командаһы беренсе урынды яулаһалар, "Әүҙемдәр" ололар командаһы, "Ҡаяға үрмәләүселәр" балалар командаһы икенсе урынға лайыҡ булды.
Барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам аҙағынан самауыр сәйе, эҫе бәрәңге менән һыйланып, матур теләктәр теләп, киләһе осрашыуҙы көтөп ҡалабыҙ, тип таралыштыҡ.

Хөрмәтле ауылдаштар!!! Барығыҙға ла сарала әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау-сәләмәт булып, артабан да байрамдарыбыҙҙы бергә-бергә уҙғарырға яҙһын!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас