Бесәйҙең күҙҙәрендә тап барлыҡҡа килеүенең сәбәптәре төрлө булырға мөмкин. Әммә ул йәнлектең йәшенә ҡарамай. Беренсенән, кератит сәбәпле пленка барлыҡҡа килеүе бар. Ул, ғәҙәттә, мөгөҙ ҡатлауҙы (роговая оболочка) өлөшләтә ҡаплай. Башҡаларға ҡарағанда фарсы бесәйҙәрендә күҙ ауырыуҙары йыш күҙәтелә. Уның күҙ ҡабаҡтары тулыһынса йомолоп бөтмәй, шуға ла мөгөҙ ҡатлауы йәш менән йыуылмай. Күҙҙәр кибеү сәбәпле, унда йәрәхәттәр барлыҡҡа килә. Йәрәхәттәр, үҙ сиратында, йәш составындағы матдә – эпинефрил менән ҡаплана. Һөҙөмтәлә, мөгөҙ ҡатлауҙың бер өлөшөндәге туҡымалар үлә. Был осраҡта тигеҙ булмаған, ҡарағусҡыл көрән йәки ҡара тап барлыҡҡа килә.