Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Января 2021, 07:05

Йылылыҡ өсөн түләүҙә үтә ҙур хаҡ проблемаһы нисек хәл ителер?

30 ғинуарҙа Республика йортонда БР Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» ЯСЙ-һы («Интер РАО» федераль төркөмөнә инә) етәкселеге менән кәңәшмә уҙғарҙы. Көн ҡаҙағында 2020 йылдың декабре өсөн йылылыҡ менән тәьмин иткәндә түләүҙәр булды. ⏬

Республиканың Жилстройнадзор рәйесе Илдар Шафиҡов белдереүенсә, миҙгелдең температура шарттары буйынса декабрҙәге йылылыҡ өсөн хаҡтың артыуы ноябрҙекенән 43 процентҡа юғарыраҡ булмаҫҡа тейеш. «БашРТС» белдереүенсә, компания хеҙмәтләндергән 474 мең фатирҙа был кимәл 310 меңендә артыҡ теркәлгән. Был 5,6 мең йорт тигән һүҙ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар түләүҙәрҙең артыуына ресурс менән тәьмин итеүсе компанияның йылылыҡ оҙатыуҙың сифатһыҙ башҡарылыуы («перетоп» һәм «недотоп»тар), күп фатирлы йорттарҙа йылытыу системалары һәм иҫәпләү приборҙары сафтан сығыуы ғәйепле тип билдәләне.
Башҡортостан Башлығы БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы менән "БашРТС"-ҡа төбәк халҡы фекерен иҫәпкә алып барлыҡҡа килгән проблеманы мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итергә бойорҙо.
– Әгәр ҙә хаҡтар нигеҙһеҙ ҡуйылһа, бының сәбәптәрен асыҡларға һәм киләсәктә бының ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк, – тип һыҙыҡ аҫтына алды Радий Хәбиров.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас