Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2021, 18:34

Тәүге бала тыуғанда ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

Декрет түләүҙәре. Эшләп йөрөүсе әсәйҙәргә бала тыуғанға тиклем һәм тыуғандан һуң 70-шәр көндө иҫәпкә алып, 140 көн өсөн социаль пособие түләнә. Минималь күләме – 55 830 һум.

Бәпесләү ауыр үткән осраҡта минималь сумма 77 365 һумға тиклем етергә мөмкин.

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған федераль түләү. 2020 йылдың 1 февраленән Рәсәйҙә түләү күләме 18 004 һумға тиклем арттырылды, ул төбәктәрҙәге буйынса коэффициент билдәләнә, Башҡортостанда – 20 101 һум.

Йөклөлөктөң 12-се аҙнаһына тиклем учетҡа тороп өлгөргән әсәйҙәргә 675,15 һум пособие тәғәйенләнә.

1,5 йәшкәсә бала тәрбиәләү буйынса пособие. 2020 йылдың 1 июненән айлыҡ түләүҙең минималь күләме 6 751,54 һумға тиклем арттырылды. Икенсе бала тыуғанда бындай пособие әсәлек капиталынан түләнә (дөйөм – 121 518 һум).

Президент түләүҙәре. Пособие 2018 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә индерелде, ул килеме ике йәшәү минимумы булған 3 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән ғаиләләргә тәғәйенләнә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн түләү 10 меңдән кәм булмаҫҡа тейеш. Ошо сумма йәшәү минимумына яҡын — 11 163 һум.

Әсәлек капиталы. 2020 йылдың 1 ғинуарынан түләнә, тәүге бала өсөн 466 617 мең һум тәшкил итә. Программа 2021 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпләнгән.
Фото: «Уфа1» порталы.
Читайте нас: