Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2021, 17:28

Еңел автомобиль һәм “ашығыс ярҙам” машинаһы аварияға тарыған

Водителдәрҙең икеһе лә дауаханаға эләккән.

Кисә, 30 ғинуарҙа, кискеһен Ҡырмыҫҡалы районының Салйоғот ауылында “ашығыс ярҙам” машинаһы һәм ВАЗ-2110 автомобиле бәрелешкән. Еңел автомобилдең руле артында егерме бер йәшлек егет, ә “ашығыс ярҙам” машинаһы руле артында ҡырҡ туғыҙ йәшлек ир ултырған.
Әлегә аварияның сәбәптәре билдәһеҙ, әммә ике водителдең дә төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгеүе тураһында хәбәр ителә. “Ашығыс ярҙам”да ултырған фельдшер йәрәхәтләнмәгән. Билдәле булыуынса, улар Зубоволағы ковид госпиталгә ауырыуҙы алып барғандар һәм Ҡырмыҫҡалыға кире әйләнеп ҡайтҡан саҡта аварияға эләккәндәр.
Фото: социаль селтәрҙәр
Читайте нас