Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2021, 17:01

Дүшәмбе һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Башгидрометүҙәк аналитиктары мәғлүмәте менән таныштырабыҙ:

Башҡортостанда бөгөн һәм иртәгә ҡарлы һауа торошо көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итә.
1 февралдә төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Көндөҙ ҙә бер аҙ ҡар яуыуы, урыны менән көсәйеүе көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ – айырыуса юлдарҙа һаҡ булығыҙ. Ел көньяҡтан, уртаса тиҙлектә, урыны менән көслө.
Һауа температураһы төнөн -4,-9°, аяҙытҡанда - -10,-15°, көндөҙ 0,-5°.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас