Аҙаҡтан Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә ошо яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты:
- Нефтекамала полилингваль мәктәп астыҡ. Уның үҙенсәлеге - татар телен ныҡлап өйрәнеү.
Был бина ете йыл дауамында буш һәм ярым емерек хәлдә торҙо. Беҙ уны тергеҙеп, ремонтланыҡ, заманса итеп йыһазландырҙыҡ. Шулай итеп ҡала һәм күрше район балаларына белем алыу өсөн иң яҡшы мөмкинлек булдырҙыҡ.
Артабанға ла ҙур пландар бар. 2024 йылға тиклем республикала 14 полилингваль мәктәп асасаҡбыҙ (уларҙың дүртәүһе эшкә тотондо ла инде). Был белем усаҡтары киләсәк быуынға яҡшы сифатлы белем, тел байлығы, өҫтәлмә һөнәрҙәр бирәсәк - Башҡортостандың киләсәген булдырасаҡ.